

"SНOT" мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ҡыҙы Регина гид менән Әрмәнстандағы Азат йылғаһы тарлауығына «Таштар симфонияһы»на экскурсияға барған. Таштар араһында фотоға төшкәндән һуң ул бармағының ҡанауын күреп ҡалған. Гидҡа ошо хаҡта әйткәс, уның йөҙө ҡапыл үҙгәреп киткән, паникаға бирелгән, тиҙерәк дауаханаға барырға ҡушҡан. Асыҡланыуынса, яҡташыбыҙҙы гюрза – ағыулы йылан саҡҡан.
Дауаханала Регинаны реанимацияға һалғандар, капельница ҡуйғандар. Әле уның хәле яҡшырыуға табан бара.
Сит илгә ял итергә барһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ! Ялдарығыҙ бәлә - ҡазаһыҙ үтһен!
Фото: телеграм