

2018 йылдан янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереүҙең Республика стратегияһын тормошҡа ашырыуға 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошондай мәғлүмәт бирҙе.
Дәүләт комитеты етәксеһе хәбәр итеүенсә, стратегия сиктәрендә эшләгән осорҙа янғынға ҡаршы хеҙмәттең һигеҙ яңы подразделениеһы булдырылған. Реакцияның оперативлығын арттырыу өсөн алты янғын һүндереү депоһы төҙөлә, был маҡсатҡа республика 417 миллион һум аҡса бүлә. 2025 йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Салауат районының Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү подразделениеһы хәрби бурыстарҙы үтәүгә тотондо.
Профилактик сараларға айырыуса иғтибар бүленә. Мәҫәлән, янғындарҙы иҫкәртеү Үҙәге белгестәре муниципалитеттар менән берлектә 2019 йылдан алып 1 миллиондан ашыу ихатаны урап үткән һәм 350 меңдән ашыу рейд үткәргән, республика халҡына 670 мең самаһы автономлы янғын тураһында хәбәр итеүсе биргән.
– Беҙ кәрәкле инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, – тип һөйләне Кирилл Первов. – Өфө районының Булгаков ауылында һәм Нефтекаманың Әмзә ауылында янғын һүндереү деполарын төҙөү проекттары әҙерләнде һәм дәүләт экспертизаһын үтте.
Дәүләт комитеты рәйесе шулай уҡ эҙләү операцияларын ойоштороуға һәм зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүгә туҡталды. Республикала өс махсуслаштырылған эҙләү-ҡотҡарыу отряды эшләй, шул иҫәптән Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында туристик кластерҙар янында ике төркөм. Оператив бурыстарҙы тәүлек әйләнәһенә туғыҙ эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәл итә.
Бынан тыш, Кирилл Первов ҡотҡарыу инфраструктураһының үҫеше тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, 2024 йылда Нөгөш һыуһаҡлағысында пирс һәм йыл әйләнәһенә дебаркадерҙар булдырыла, ҡойма һәм яҡтыртыу монтажлана. Техниканы һаҡлау һәм шәхси составты урынлаштырыу өсөн бина, вертолет майҙансығы төҙөү, шулай уҡ территорияны төҙөкләндереү һәм ауыр техника һатып алыу планлаштырыла.
– Отряд ойошторолғандан алып беҙҙең егеттәр 49 кешене, шул иҫәптән туғыҙ баланы ҡотҡарған, – тине Кирилл Первов. – Үҫешкән янғын һүндереү-ҡотҡарыу инфраструктураһы арҡаһында Башҡортостанда һуңғы биш йылда ете меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылды.
Башҡортостан Башлығы республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты коллективына һәм тармаҡта мәшғүл белгестәргә рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе Хөкүмәткә яңы янғын һүндереү деполарын төҙөүгә аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Бындай еңел булмаған һөнәрҙе һайлаған коллегаларығыҙға һәм һеҙгә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Ҡотҡарыу структураларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш бик мөһим. Ҡотҡарыусыларыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.