

“Хәүефһеҙ иҫәп” – тигән һүҙ һеҙҙең аҡсаны ҡулдарына төшөрөү өсөн мутлашыусыларҙың хәйләһе генә. Әлеге ваҡиға ла быны дәлилләй.
Оло йәштәге ҡатын хәйләле афера арҡаһында саҡ үҙенең туплаған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡмай. Барыһы ла телефон шылтыратыуынан башлана. Билдәһеҙ кеше үҙен домофондар алмаштырыусы компанияның хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм пенсионерҙан шәхси мәғлүмәттәрен һорай. Тиҙҙән уның телефонына борсоулы мәғлүмәт килә: “Дәүләт хеҙмәттәре порталында мутлашыусылар һүҙе буйынса икенсе ҡоролманан инеү осрағы теркәлгән. Ҡурҡҡан ҡатын шунда уҡ МФЦ-ға юллана, унда уны тынысландыралар. Ул хатта был порталда теркәлмәгән дә була.
Ләкин мутлашыусылар бының менән туҡталып ҡалырға теләмәй. Уға “яңы белгес” шылтырата. Был юлы үҙен “Роскомнадзор” хеҙмәткәре итеп таныта. Пенсионер ҡатын исеменә ышаныс ҡағыҙы эшләнеүен, был таныш булмаған кешегә уның милке һәм аҡсаһы менән идара итеү мөмкинлеге биреүен белдерә. Тикшерәм тигән хәйлә менән ул ҡатындың тупланмалары булыу-булмауын һәм күләмен һораша.
Мутлашыу схемаһының аҙаҡҡы аккорды үҙен көттөрмәй. Икенсе көнөнә сираттағы “банк хеҙмәткәре” аҡсаны һаҡлау хәйләһе менән ҡатынға уларҙы “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡуша. Бәхеткә күрә, был ваҡытта эргәләге уяу кешеләр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килә. Улар пенсионерҙы туҡтаталар һәм 600 мең һум аҡса ситкә китмәй.
Полиция иҫкәртеүен онотмағыҙ: таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяулыҡты юғалтмағыҙ. Мутлашыусылар кем генә булып үҙҙәрен таныштырмай. Әгәр телефон аша һеҙҙең персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе , СМС-ҡа килгән кодтарҙы һораһалар, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Аҡсағыҙҙы таныш булмаған иҫәпкә күсермәгеҙ. Бер ниндәй ҙә хәүефһеҙ иҫәп юҡ!
Был турала яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ.
Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Автор фотоһы.