

Бөгөн киске сәғәт алты тирәһендә Балаҡатай районында, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Балаҡатай автомобиль юлының 32-се километрында, фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 46 йәшлек водитель идара иткән “Газель” автомашинаһы “Киа Сид” автомобиле менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Киа Сид“ рулендәге 56 йәшлек водитель алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ йән биргән, уның ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған, сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: БР дәүләт автоинспекцияһының видеояҙмаһынан скриншот.