Хәүефһеҙлек
1 Июль 2025, 11:15

Йәнә пенсионерҙы алдағандар

Мутлашыусыларға ул аҡса күсергән

Йәнә пенсионерҙы алдағандарЙәнә пенсионерҙы алдағандар
Йәнә пенсионерҙы алдағандар

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 68 йәшлек ҡатынға йәнәһе лә кадрҙар бүлегенең элекке начальнигынан персональ мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләү үтенесе менән хәбәр килә. Пенсионер “дөрөҫләргә” тигән һүҙгә баҫа, шул ваҡытта алты урынлы код килеп сыға. Оҙаҡ уйлап тормай уға ла баҫа.  Ҡатынға шул ваҡыт уның мутлашыусылар ҡармағына эләгеүен белдереп, әрләгән хәбәрҙәр килә башлай.

Артабан зыян күреүсе менән йәнәһе лә “Генераль прокуратура” хеҙмәткәре бәйләнешкә сыға. Ул ҡатынға шәхси мәғлүмәттәрҙе боҙоуҙарын әйтә, шәхси иҫәбенән аҡсаларының юғалыу хәүефе барлығын иҫкәртә.  Насар ниәтлеләрҙең Рәсәйҙән ситтә булыуҙары, пенсионер ҡатындың беҙҙең илдә тыйылған ойошмаларҙың иҫәбенә аҡса күсереү эшенә бәйле булыу хәүефен белдерә.

Аферистарҙың инструкцияһына ярашлы, пенсионер 300 мең һумдан ашыу күләмендәге барлыҡ аҡсаларын иҫәптән ала һәм банкомат аша “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртеүен хәтерҙә тотоғоҙ: СМС буйынса килгән кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ, билдәһеҙ ссылкалар буйынса күсмәгеҙ, әгәр етәксегеҙҙән шикле хәбәр алһағыҙ, уның шәхси номерына шылтыратып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ , “Хәүефһеҙ иҫәптәр” булмай. Аҡсаны һаҡлау өсөн уларҙың билдәһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ.

Лилиә Исламғолова.

Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас