+21 °С
Болотло


Бөгөн кискә ҡарай Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте ауыр хәбәр еткерҙе.
Белорет районының Айғыр ауылы янындағы Айғыр ҡаяларынан йәш ир таштарға ҡолап төшкән.
Урынға ҡотҡарыусылар һәм табип килгән. Тик уларға ирҙең һәләк булғанын раҫларға ғына ҡалған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, урында тәфтиш саралары үткәрелә.
Фото: МЧС.