

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәт тәфтише идаралығы хеҙмәткәрҙәре “Росгвардия” ярҙамында енәйәтселәр ҡорбандарынан аҡса йыйырға яллаған курьерҙарҙы тотто.
Өфө ҡалаһы полицияһына алданған оло йәштәге бер нисә кеше мөрәжәғәт иткән: уларға телефондан билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан һәм төрлө һылтау менән аҡсаларын урлаған. Ашығып килеп еткән курьерҙарға был ҡаушап ҡалған кешеләр өс миллион һумдан ашыу аҡса тотторған.
Мәҫәлән, Ижевск ҡалаһынан 75 йәшлек ҡатын миллион һумдан ашыу аҡсаны тапшырыу өсөн Өфөгә таксиҙа килгән. Оло йәштәге был ҡатынға йорт телефонына шылтыратҡандар һәм оҙаҡламай был телефондың һүндереләсәген, уға юл ҡуймаҫ өсөн паспорт мәғлүмәттәре кәрәклеген әйткәндәр. Шунан һуң уға үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан кешеләр шылтыратҡан һәм ҡатындың дошман илдәргә аҡса күсереүе асыҡланыуын белдергәндәр. Ҡурҡҡан ҡатын банкка барып аҡсаһын алған, енәйәтселәр уға такси саҡыртҡан һәм Өфөгә килергә ҡушҡан.
Оператив-эҙләнеү саралары комплексына ярашлы, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре был аҡсаны тапшырыуға юл ҡуймаған һәм уны алырға килгән курьерҙарҙы тотҡан. Енәйәтселәргә ярҙам итергә маташыусылар 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге кешеләр булып сыҡты, улар аҡса эшләргә ынтылған икән. Мессенджерҙа кураторҙарынан күрһәтмәләр һәм адрестар алып, улар ҡулаҡсаны барып алған һәм ошо енәйәтселәрҙең иҫәбенә күсергән.
Тикшереү барышында уларҙың Өфөләге оло йәштәге ҡатындан 600 мең һум аҡса алыуы ла асыҡлана. Телефон аша енәйәтселәр өйрәткәнсә, был ҡатын аҡсаны сәскә көршәгенә һала һәм курьерға тапшыра. Ошо сумманы курьерҙар банкомат аша үҙенең “эш биреүсеһе”нә күсереп тә өлгөргән.
Әле бөтә был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: “Башинформ”.