Хәүефһеҙлек
2 Июль 2025, 09:30

Көрәш дауам итә. Һөҙөмтәһе нисек булыр?

Бөгөн “Башинформ” агентлығында телефон аша халыҡтан алдап аҡса урлаусыларға ҡары көрәш темаһына матбуғат конференцияһы уҙғарылды

Көрәш дауам итә. Һөҙөмтәһе нисек булыр?Көрәш дауам итә. Һөҙөмтәһе нисек булыр?
Көрәш дауам итә. Һөҙөмтәһе нисек булыр?

Бөгөн “Башинформ” агентлығында телефон аша халыҡтан алдап аҡса урлаусыларға ҡаршы көрәш темаһына матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

Журналистар алдында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡануниәтте боҙоп файҙаланыусыларға ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ етәксеһе Рәмил Төхбәтуллин сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, элекке енәйәт төрҙәре – әйбер урлау, кеше талау, енәйәтсе менән зыян күреүсенең туранан-тура осрашыуы аша ҡылынған башҡа енәйәттәр һаны кәмей бара, әммә мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланған енәйәттәр һаны арта бара.

Быйылғы тәүге биш ай һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостанда ошондай технологияларҙы файҙаланып ҡылынған енәйәттәр  һаны 11 400 осраҡтан ашҡан, улар кешеләргә килтергән зыян һаны 1 миллирад 456 миллион һумға етә. Был төр енәйәттәрҙең төп өлөшө ике ысулға таянып башҡарыла: мобиль йәки интернет элемтәһе каналдары аша социаль инженерия һәм төрлө тауар һатҡанда йәки алғанда. Улар һәр саҡ кешенең хис-тойғоларына тәьҫир итеп башҡарыла. Мәҫәлән, аҡсаһы юғаласағы менән ҡурҡытыу. Зыян күргән кешеләр халыҡтың һәр ҡатламынан бар,  күпселектә улар – килеме ҙур булмаған граждандар, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, финанс өлкәһен бик аҙ белгән кешеләр, шул иҫәптән дистанциялы банк хеҙмәтләндереүе менән таныш булмағандар.

Автор фотоһы

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас