Хәүефһеҙлек
3 Июль 2025, 10:00

Майҙан бирле юҡ

Әбйәлил районынан ғәйеп булған ҡатындың күҙҙәре ике төҫлө

Майҙан бирле юҡМайҙан бирле юҡ
Майҙан бирле юҡ

Әбйәлил районынң Михайловка ауылында йәшәгән Светлана Мирасова 13 майҙа хәбәрһеҙ юғалған, тип хәбәр итә “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре. 46йәшлек ҡатын төрлө төҫтәге һыҙатлы кофта, һоро салбар һәм ҡара кроссовкалар (башҡа мәғлүмәттәр буйынса һоро-алһыу тәпешкә) кейгән.

Айырым билдәләре ҡара-көрән сәс. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, юғалған кешенең бер күҙе йәшел, икенсеһе һоро. Уның ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8-937-3-102-112 телефонына йәки берҙәм 112 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото: "Лиза Алерт". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас