

Ул Краснокама районы өҫтөнән осҡан – был хаҡта Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы хәбәр итә.
Хакимиәт сайтында түбәндәгеләр яҙылған: “Бөгөн районда һауала пилотһыҙ осоу аппаратын күргәндәр. Бөтә экстрен хеҙмәтәр хәлде оператив күҙәтеүгә алды. Компетентлы органдар мәғлүмәтенә ярашлы, БПЛА Башҡортостан сиге буйлап осоп, Удмуртия яғына йүнәлешен дауам иткән. Ҡала биләмәһендә беспилотник табылмаған тип хәбәр итәбеҙ. Барығыҙҙы ла тыныс һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Әгәр ҙә БПЛА күрәһегеҙ икән, уға яҡын бармағыҙ, тиҙ арала 112 һандарына шылтыратығыҙ. Бындай осраҡтарҙа тәҙрәгә яҡын килмәгеҙ, баҙҙа, ванна бүлмәләрендә, башҡа ышыҡ урындарҙа йәшеренегеҙ”.
Фото: https://vk.com/neftcity_adm