

Өфөлә “Хәүефһеҙлекте үҫтереү” социаль кампанияһына арналған матбуғат конференцияһы үтте.
Башҡортостан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы иғлан иткән “Хәүефһеҙлекте үҫтереү” (“Продвижение безопасности”) күләмле социаль кампанияһына ҡушылған тәүге төбәктәрҙең береһе булып тора. Ул федераль структураларҙың, эксперт берләшмәһенең һәм хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙ транспорт мөхитен булдырыуҙа һәм юл дисциплинаһын күтәреүҙә көстәрен берләштерергә тейеш.
Республика дәүләт автоинспекцияһынан һәм проект экспертынан тыш, матбуғат конференцияһында БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, БР Мәғариф министрлығы һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Быйыл биш айҙа Башҡортостан биләмәһендә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 285 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был дөйөм юл-транспорт ваҡиғаларының 29,3 проценты, уларҙа 26 кеше һәләк булған һәм 266 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Шул уҡ ваҡытта һәләк булғандар менән булған ваҡиғаларҙың төп өлөшө (26-ның 20-һе) ҡараңғы ваҡытта була. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп өлөшө (285-тән 275) ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа булған.
Үткәрелгән анализға ярашлы, проекттың 10 йыл эсендә йәйәүлеләр ҡатнашлығында авария һәм үлем статистикаһы кәмей. Быйыл социаль кампания бығаса булмаған күләмгә етәсәк. Ул 300 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк, тип белдерҙеләр матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар.
Матбуғат конференцияһынан һуң журналистарҙы “Хәүефһеҙлекте үҫтереү” кампанияһы сиктәрендә ойошторолған пункттар менән таныштырҙылар. Унда ирекмәндәр халыҡҡа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкәртеү буйынса сара үткәрә һәм ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә бирәләр.
Рәмилә МУСИНА фотолары.