

Йәш кенә водителгә юл бирмәгәндәр
Кисә кис, сәғәт етеләр тирәһендә Баймаҡ районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Сермән – Амангилде – Баймаҡ автомобиль юлының 178-се километрында Баймаҡтан Сермән йүнәлешендә китеп барған 57 йәшлек “Черри Фора” водителе юл сатында “Лада Приора” автомобиленә юл бирмәй.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Лада”ның 21 йәшлек водителе табиптар килгәнгә тиклем вафат булған. Ҡалған зыян күреүселәрҙе табиптар ҡарай.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Бер-нисә минутҡа алдараҡ юлды үтергә теләү теләге төҙәтеп булмаҫ хатаға килтереүе ихтимал. Билдәләнгән тиҙлекте һаҡлап, ҡайыштарҙы эләктереп, бар ҡағиҙәләрҙе үтәп йөрөйөк, дуҫтар
Фото: ГАИ.