Хәүефһеҙлек
6 Июль 2025, 08:00

Бер машина йәштәр китеп барған...

16 йәшлек ҡыҙ һәм 18 йәшлек егет һәләк булған, тағы өс йәш кеше...

Бер машина йәштәр китеп барған...Бер машина йәштәр китеп барған...
Бер машина йәштәр китеп барған...

Бөгөн төндә Ишембайҙа 16 йәшлек ҡыҙ һәм 18 йәшлек егет аварияла һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы төнгө сәғәт икеләр тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 52-се километрында теркәлгән. Машина Маҡар ауылы яғынан Ҡолғона ауылы яғына китеп барған. 

Башҡортостан прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, “Опель Астра” автомобиленең 22 йәшлек водителе машинаға идараны юғалтҡан һәм кюветҡа осҡан. Машина бер нисә тапҡыр әйләнеп, түңкәрелә.

Авария һөҙөмтәһендә 16 йәшлек ҡыҙ урында һәләк була, тағы бер 18 йәшлек егет реанимацияла йән бирә. Водитель һәм тағы ике пассажир, шул иҫәптән бәлиғ булмаған ҡыҙ, дауаханала ята. Авария шарттарын асыҡлауҙы прокуратура үҙ контроленә ала.

Бер яңылышлыҡ арҡаһында ике йәш кешенең ғүмере өҙөлдө, өсәү ауыр йәрәхәттәр алды. Юлда иғтибарлы булығыҙ, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ. Был һеҙҙең дә, юлдағы башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен ҡотҡарыр. Юлдарыбыҙ имен булһын! 

Фото: ГАИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас