

Республика эске эштәр органдарының дежур хеҙмәттәренә аҡсаларын урлауҙары тураһындағы 10 ялыу килгән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына ошо ҡалала йәшәгән 46 йәшлек кеше мөрәжәғәт иткән. Уға мессенджерҙан билдәһеҙ кешенән хәбәр алған. Унда әйтелгәнсә, был хәбәрҙе, йәнәһе, ошо граждан эшләп киткән ойошманан ебәрәләр, хәбәрҙә ойошманың элекке хеҙмәткәрҙәрен тикшереү барышы тураһында һүҙ бара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының мөрәжәғәт итеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртелә. Артабан үҙен Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе тип атаған кеше был граждандың банктағы иҫәбенән “сит ил иҫәптәрен финанслау” бара ти. Быны туҡтатыу өсөн иҫәпте “яңыртыу” талап ителә икән. Ахырҙа ошо ир енәйәтсе күрһәткән иҫәпкә ике миллион һум аҡсаһын күсерә.
Иглинда йәшәгән 43 йәшлек ҡатын да алдаҡсылар тоҙағына эләгә. Уға үҙен ошо ҡатын элек эшләгән ойошманың етәксеһе булып шылтыраталар һәм ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен кемдер асыуы тураһында иҫкәртәләр. Артабан алдаҡсылар электән һыналған алым буйынса эш итә: үҙҙәрен банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип атай, ҡатынды бер миллоин һум аҡсаһын икенсе иҫәпкә күсерергә күндерә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бындай алдашыуҙар манипуляциялар һәм ҡурҡытыуға нигеҙләнгән, Үҙәк банк һәм Федераль дәүләт хеҙмәте бер ҡасан да аҡса күсереүҙе йәки ҡулаҡса тапшырыуҙы талап итмәй. Шик тыуа ҡалғанда, был һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатығыҙ һәм полицияға хәбәр итегеҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.