+24 °С
Ямғыр


Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төнгө сәғәт өстә Яңауыл районының Орловка ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта 21 йәшлек ҡыҙ, “Лада Гранта” автомобиле рулендә идараны юғалтып, юлдан ситкә оса.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк вафат булған, уның пассажиры, 16 йәшлек ҡыҙ, ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бер ҡасан да ашыҡмағыҙ.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.