

Ҡаза аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр инде. 52 йәшлек ир Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылы янындағы зыяратҡа ҡәберлекте йыйыштырырға килгән була. Әммә үҙенең үлеме тап зыяратта булыуы бигерәк тә аяныслы.
Ул килгәндә яҡын-тирәлә 32 йәштәге берәү бензобысҡы менән ағастарҙы ҡырҡып йөрөй. Ағастарҙың береһе йыйыштырырға килгән иргә төшөп, ул шунда уҡ вафат була.
Тәфтишселәр "урман ҡырҡыусы"ның хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлек күрмәүен асыҡлай. Ул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереүҙә ғәйепләнә. Уға холоҡ төҙәтеү эштәре йәки ике йылға тиклем иркен сикләү янай.
Икеһе лә изге ғәмәлдәр ҡылырға килгән ирҙәрҙең яҙмышы бер минутта селпәрәмә килә: береһе фажиғәле һәләк булһа, икенсеһенә оҙаҡ йылға ултырырға тура киләсәк.
Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!
Фото: телеграм