Хәүефһеҙлек
9 Июль 2025, 15:00

Билдәһеҙ газдан ағыуланып үлгән

Өс кеше дауаханала.

Билдәһеҙ газдан ағыуланып үлгәнБилдәһеҙ газдан ағыуланып үлгән
Билдәһеҙ газдан ағыуланып үлгән

8 июлдә кис менән Өфөлә Хеҙмәт урамында бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси йорт биләмәһендә яңы шамбо ҡуйыу буйынса эштәр алып барғанда 39 йәшлек ир һәләк булған. Тағы ике ир һәм бер ҡатын метан газы менән ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға оҙатылған. Урында ведомство ҡотҡарыусылары һәм ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре оператив-тикшереү сараларын үткәрә.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас