

Илебеҙҙә интернетты һүндереп тороуҙары йыш була башланы. Күптән түгел хатта Рәсәйҙең 87 төбәгенең 74-ендә интернет бер ни ҡәҙәр ваҡыт булмай тороуы тураһында хәбәр иткәйнеләр. Был хәл Башҡортостанда ла булғылай.
Сәбәбе шул – мобиль интернетты һүндереп тороу сит илдән беҙгә һөжүм итеү өсөн ебәрелгән дрондарҙың координацияһына һәм навигацияһына ҡамасаулай, шулай уҡ уларҙың атакаһының аныҡлығын кәметә.
“Дөрөҫ эшләйҙәр”
Был халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн ҡабул ителгән ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ булып тора. Интернетты һүндерһәләр йәки пилотһыҙ осоу аппаратын күрһәгеҙ ни эшләргә?
Өфөлә мобиль интернетты һүндереп тороу 4 июлдә башланғайны. Ошо уҡ көндө Нефтекама ҡалаһында ла был элемтәне ваҡытлыса туҡтатып торҙолар: республиканың төньяҡ-көнбайыш сиге өҫтөнән пилотһыҙ осоу аппараты (БПЛА) үткән һәм Удмуртия яғына йүнәлгән. Уның ошо ҡала объекттарына килеп төшөү ихтималлығы бар ине, әлбиттә. Ошо уҡ көндө “Мегафон” элемтә операторы үҙ ҡулланыусыларына смс-хәбәр ебәрҙе: “Бөгөн мобиль интернет эшендә ҡатмарлыҡтар тыуыуы мөмкин. Был осраҡта Wi-Fi ҡулланып торорға тәҡдим итәбеҙ. Ҡыйынлыҡтар беҙгә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында тыуа”. “Downdetector” агентлығы хәбәр итеүенсә, был көндө иң күп ялыуҙар МТС селтәренән килгән. Әйткәндәй, интернетты һүндереү һәр элемтә операторы өсөн мотлаҡ, фәҡәт ҡайһы бер операторҙарҙың был ҡарарҙы саҡ ҡына һуңлабыраҡ ҡабул итеүе бар. “Һүндереү графигы беҙгә алдан билдәле булмай, кнопка урындағы көс структуралары ҡулында, улар ашығыс тип тапҡан мәлдәрҙә ошо кнопкаға баҫа ала”, ти операторҙарҙың береһе. Бындай осраҡтарҙа операторҙар ҡулланыусыларына өҙөклөк өсөн компенсация түләмәй, фәҡәт ҡайһы бер операторҙар үҙ клиенттарына өҫтәмә гигабайт бүләк итә. Шулай ҙа Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Хәүефһеҙ интернет лигаһы” етәксеһе Елена Мизулина элемтә операторҙарының барыһы ла интернетта өҙөклөк булған осраҡта ҡулланыусыға күпмелер аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш тип иҫәпләй.
– Интернетты һүндереп тороуҙың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмен ысынлап та көсһөҙләндерә аламы икәнлеген дә анығыраҡ белеү талап ителә, – ти ул “Аргументы недели” гәзите сайтына биргән интервьюһында. – Минең чатҡа яҙылған кешеләр бик күп, шул иҫәптән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа. Үҙ фекерегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайым.
Яңыраҡ БЮТ телевидениеһы, был ваҡиғаға мөнәсәбәттәрен белдереүҙе һорап, Өфө урамдарында осраған кешеләрҙән һорашыу ойошторғайны. Яуап биргән һәр кем бының ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ икәнен аңлап ҡабул итеүе, халыҡтың хәүефһеҙлеге һәм йәмәғәт мөлкәтенең теүәллеге талаптарынан сығып эшләнеүе тураһында әйтте. “Ғүмерҙең ҡәҙере ваҡытлыса ғына элемтә булмай тороуы менән сағыштырырлыҡ та түгел, һүндереп дөрөҫ эшләйҙәр”, – тине бер студент егет.
Хәүеф һәр төбәккә янай
Үткән аҙнала Камчатка яғынан сәйер хәбәр килде: унда ла дрондар һөжүме күҙәтелгән. Бер ҡараһаң, аптырарлыҡ – Украинанан был төбәккә хәтлем ете мең километрҙан ашыу ара, украин хәрби көстәренең ундай ҙур алыҫлыҡҡа оса алырлыҡ ошондай аппараттары юҡ. Был осраҡта Рәсәй Оборона министрлығының күптән түгел баҫтырып сығарған хәбәре иҫкә төшә: пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүменә илдең көнбайышындағы Рязань һәм Иваново өлкәләрендәге генә түгел, ә Иркутск һәм хатта Амур өлкәләрендәге хәрби аэродомдар ҙа дусар ителгән. Красноярск крайында һәм Яҡутияла ла бындай һөжүмдәр булыуы тураһында яҙылды. Был дрондар ил төбәктәренә фуралар эсендә алып киленә һәм, урынға барып еткәс, уларға старт бирелә.
Был күңелһеҙ тәжрибә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә интернетты ваҡытлыса һүндереп тороуға сәбәпсе булды ла инде. Ә бындай һүндереүҙәр илдең көнбайыш төбәктәрендә, шулай Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу саралары алдынан булғайны. Уның террорға ҡаршы тороу өсөн эшләнеүен барыһы ла шулай уҡ аңлап ҡабул итте. “Ваza” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, был алымды беренсе тапҡыр быйыл 6 майҙа ҡулланып ҡарағандар һәм ошо ысул үҙенең йоғонтоло булыуын раҫлаған, шуға ла уны даими ҡулланырға ҡарар иткәндәр. Ул, тәбиғи, хәүеф тыуыу осрағына ҡарап, төрлө төбәктә төрлөсә. Көнбайыштағы Белгород һәм Орел өлкәләрендә, мәҫәлән, интернетты күрше Брянск һәм Курск өлкәләренә ҡарағанда һирәгерәк һүндерәләр. Мөһим стретагик объекттар күп урынлашҡан Һаратыу һәм Тула өлкәләрендә мобиль интернет көн аша тиерлек туҡтатып торола.
Интернет булмай торған осраҡта республика халҡына борсолоуға бирелмәҫкә, бындай хәлдәргә алдан әҙер булырға – күпмелер ҡулаҡса ла йөрөтөргә, яҡындар менән бәйләнештә булыу ысулдары хаҡында алдан уҡ килешеп ҡуйырға, йортта һәм йәмәғәт урындарында Wi-Fi мөмкинлегенән файҙаланырға, навигация өсөн офлайн-картаны күсереп алырға, такси номерҙарын телефонда һаҡларға кәңәш ителә. Камчатка крайында, мәҫәлән, әлеге күңелһеҙ ваҡиғанан һуң бер юлы һигеҙ урында өҫтәмә Wi-Fi нөктәһе асҡандар.
Яңы шарттарҙы иҫәпкә алырға кәрәк
Әгәр ҙә пилотһыҙ осоу аппараты күреп ҡалһағыҙ, уны видеоға төшөрөргә һәм был турала 112 номерына хәбәр итергә тырышығыҙ. Тик фото йәки видеоны интернетҡа һалырға ашыҡмағыҙ, ошо хәүеф тураһында башҡаларҙы ла иҫкәртегеҙ.
– Граждандарға һәм бизнесҡа тормошто был яңы тыуған хәүефтәрҙе иҫәпкә алып үҙгәртергә тура киләсәк, – ти политолог Георгий Бовта. – Тауар өсөн мобиль телефон аша, тиҙ түләү системаһы (СБП) йәки QR-код аша түләүгә һалышмаҫҡа кәрәк – уларҙың эшләмәй тороуы ла бик ихтимал. Банк картаһының да, терминал сымлы интернетҡа тоташтырылмаған булһа, эшләмәй тороуы бар. Ҡулаҡса ҡулланыуҙы иҫкесә тип һанаһаҡ та, бындай осраҡтарҙа ул иң ышаныслыһы булып сыға. Навигация хеҙмәтенә килгәндә, ҡағыҙ йәки офлайн карта менән эш итеп өйрәнергә тура киләсәк. Элекке замандарҙағы кеүек. Мобиль интернеттағы өҙөклөктәр – яңы норма ул.
Белгестәр яҙғанса, шуны онотмаҫҡа бурыслыбыҙ – дошман пилотһыҙ осоу аппараттарының мөмкинлектәрен киңәйтергә һәм көсәйтергә ынтыла, бер туҡтауһыҙ Рәсәйҙәге тәрән тылда яңы диверсиялар яһау уңайлыҡтарын эҙләй. “Был хәүефкә яуап биреү юлдарын табырға кәрәк һәм мобиль интернетты сикләү – шуларҙың береһе”, ти улар. Эксперттар аңлатыуынса, алыҫҡа ебәрелгән һәм мобиль интернет ярҙамында идара ителгән дрондар өсөн һөжүм урынының нисә километр алыҫлыҡта ятыуы мөһим түгел, бында урындағы хәрби көстәрҙең һәм етәкселектең террористик хәүефте, стратегик яҡтан мөһим объекттар булыуын иҫәпкә алып, киң мәғәнәлә аңлауы һәм оператив мәғлүмәткә эйә булыуы хәл иткес шарт булып тора.
Кәрәк булған осраҡта тотош ҡалала йәки хатта төбәктә интернетты һүндереүҙәре ихтимал. Ә бөгөн йәки нисә сәғәттә һәм ҡайһы урында һүндереләсәк – уныһы хәрби сер.
– Мәғәнәһе ябай – ҡайҙа мөмкин тиклем ышаныслыраҡ һаҡлау талап ителә, шунда һүндерәләр, – ти “Mobile Research Group” эксперты Эдуард Мортазин. – Күрәһең, бындай өҙөклөктәр яҡын киләсәктә дауам итәсәк әле. Шуға был индустрия белгестәре бөгөн яңы технологиялар өҫтөндә эшләй. Киң таралған элемтә операторы етәкселәренең береһа таныуынса, яңы ысулдарға өмөт бар һәм улар төп ресурстарға – әйтәйек, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына – мобиль интернет менән бәйләнеште ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла тәьмин итәсәк. Әммә уны булдырыуға кәмендә ярты йыл ваҡыт кәрәк булыр тип уйлайым.
Эдуард Мортазин билдәләүенсә, йорт интернетына әлегә бер нимә лә янамай. Мобиль элемтә һүндерелеүе шарттарында рәсәйҙәр әлегә Wi-Fi-роутерҙар ярҙамында эш итә аласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.