

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Ҡариҙел районында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 115-се саҡрымында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Красноярск крайының 52 йәшлек кешеһе “Хавал” автомобиле рулендә юлдан ситкә сығып осҡан.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 69 йәшлек пассажир ҡатын ваҡиға урынында вафат булған. Медицина ярҙамы водителгә һәм уның пассажирҙарына, 47 йәшлек ҡатынына һәм 14 йәшлек улына талап ителгән.
Хөрмәтле водителдәр, ашыҡмағыҙ, тиҙлек режимын теүәл күҙәтегеҙ, шул саҡта ғына ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫһығыҙ.
Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.