

Дүртөйлө районының Ҡаҙы-Йәлдәк ауылы эргәһендәге Ҡыҙыкүл буйында 46 йәшлек ир, шаһиттар әйтеүенсә, күл аша йөҙөп сығырға теләгән, әммә ярға барып етә алмаған - батып үлгән. Уның кәүҙәһен балыҡсылар икенсе көндө йылым ярҙамында таба. Водолаздар вафат булған ирҙе һыуҙан сығарған.
Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылы янында Кидаш йылғаһында урындағы кешеләр һыуҙа кейемдә булған ҡатындың кәүҙәһен таба. Ҡотҡарыусылар уны һыуҙан сығара, шәхесен асыҡлай.
Ике осраҡ буйынса ла оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.