Хәүефһеҙлек
11 Июль 2025, 06:00

Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...

Машина юлдан ситкә осоп сығып түңкәрелгән.

Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...
Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...

10 июлдә киске сәғәт 6-лар тирәһендә Иглин районында, М-5 "Урал" автомобиль юлының 1531-се саҡрымында, көслө авария булған.

БР Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, “Сузуки Cx4” автомобилендә 54 йәшлек водитель Өфө яғынан Силәбе йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, “Ман” йөк машинаһына бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәләк була. Йөк автомобилендәге 38 йәшлек шофер мөғжизә менән генә ҡотолоп ҡалған.

Башҡа водителдәр юлдарҙағы ошо хаталарҙы ҡабатламаһын ине. Иғтибарлы булығыҙ! 

Әйткәндәй, бөгөн һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, күмәк тикшереүҙәр үткәрә. Был саралар ошондай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында уҙғарыла.

Фото: скриншот.

Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...
Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...
Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...
Бындай авариянан һуң кем иҫән ҡалһын инде...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас