Хәүефһеҙлек
11 Июль 2025, 11:00

Карауатында янған бәпестең үлемендә... атаһы ғәйепле

Тәүҙә янғын фендан сыҡҡан тигәйнеләр, ә ысынбарлыҡта... 

Карауатында янған бәпестең үлемендә... атаһы ғәйеплеКарауатында янған бәпестең үлемендә... атаһы ғәйепле
Карауатында янған бәпестең үлемендә... атаһы ғәйепле

Майҙа Октябрьский ҡалаһында булған хәл күптәрҙе тетрәндергәйне. Әсәһе ике балаһын балалар баҡсаһына алып китә, ә 20 көнлөк кенә сабый менән өйҙә атай ҡала. Шул саҡта фажиғә була: бала ятҡан карауат янып китә һәм сабыйҙың тәне бешә. Ул вафат була.

Был ваҡиға күп һорауҙар тыуҙырған ине, әле уға асыҡлыҡ индерелде. Баҡһаң, баланың үлемендә атаһы ғәйепле... Әле атай кеше “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул иҫерек һәм наркотиктар тәьҫирендә, яңы тыуған улы менән бергә фатирҙа ҡалған сағында, ҡулында тоҡандырылған тәмәке тотоп уның карауатына килә. Тәмәке осҡоно карауат янында торған шарға эләгә. Һөҙөмтәлә баланың түшәк кәрәк-яраҡтары һәм кейемдәре яна. Бәләкәй баланың башы, муйыны, аяҡтары, һул янбашы термик тән йәрәхәттәре ала. Сабый дауахананың реанимация бүлегендә вафат була.

Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный. Енәйәт эше Октябрьский ҡала судына ҡарауға ебәрелгән.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас