

Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала үлемесле авариялар артты. 7 июлдә кис Р-240 трассаһының 135-се километрында, Стәрлетамаҡ районында булған аварияла ла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Юлда “Лада Ларгус” менән “Киа Оптима” бәрелеште. Был аварияла һәләк булған егет тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Лада” водителе сит ил маркалы машинаға юл бирмәй. Һөҙөмтәлә, ул юлдан оса һәм түңкәрелә. Урынға ҡотҡарыусылар килә, тик бер нисә кешенең ғүмере өҙөлгән була.
Аварияның һөҙөмтәһе насар: унда 22 йәшлек “Киа” водителе Булат С. һәм “Лада”ның 40 һәм 51 йәшлек пассажирҙары йән бирә. Тағы ике кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Улар араһында Булаттың 21 йәшлек әхирәте Элина ла бар. Уға операция яһағандар, әле ғүмеренә бер нимә лә янамай, тик оҙайлы реабилитация көтә.
Булат Стәрлебаш районының Тормай ауылы егете, вахта менән Себерҙә эшләгән. Йәш, көс-дәрте ашып торған егет карьера төҙөгән, тормошҡа ҡыуанған, музыка менән шөғөлләнгән. Ағаһы әйтеүенсә, был кисте егеттең ҡайҙа китеп барғанын бер кем дә белмәгән.
Аварияла “Ларгус” водителе ғәйепле, ул ҡағиҙә буйынса егеттең машинаһына юл бирергә тейеш булған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Егетте тыуған ауылында ерләгәндәр. Ата-әсәһе улының үлемен бик ауыр кисерә. Дуҫтары һәм яҡындары уны асыҡ, тормошто яратҡан, ихлас кеше итеп хәтерләй.
– Һәр саҡ йылмая ине. Яҡшы кешенең дуҫтары ла ысын дуҫтар ине. Ул һәр көндән ҡыуаныс табып йәшәне, ноябрҙә бергә ял итергә йыйына инек, кисә юллама алырға тейеш инек, – тип һөйләй дуҫы Тимур. – Ул матур итеп бейей, йырҙар яҙа ине. Уның кеүек кешеләр иртә китергә тейеш түгел...
Фото: "КП-Өфө".