

Был ялдарҙа Башҡортостандың йылға һәм күлдәрендә һигеҙ кеше батып үлде. Улар араһында 14-әр йәшлек үҫмерҙәр, ике ҡатын-ҡыҙ һәм дүрт ир бар. Һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инергә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял иткән.
Учалы районының Оҙонгүл ауылы эргәһендәге үлдән шаһиттар һәләк булған 26 йәшлек ирҙе сығарған. Ул иҫерек килеш кәмәнән һикереп төшә һәм күҙҙән юғала.
Ҡалтасы районының Үрге Тиктәм ауылының урындағы быуаһынан шаһиттар 28 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Дүртөйлө районының Иҫке Ҡанғыш ауылында Ағиҙел йылғаһынан ҡотҡарыусылар 14 йәшлек малайҙы сығарған.
Борай районының Вострецов ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан шаһиттар туғанының 14 йәшлек ҡыҙын ҡотҡарырға маташҡанда батып үлгән 41 йәшлек ирҙе сығарған. Баланың кәүҙәһе әле табылмаған, эҙләү дауам итә.
Салауат районының Лағыр ауылында Әй йылғаһынан шаһиттар 70 йәшлек һәм 42 йәшлек ҡатын-ҡыҙарҙың кәүҙәләрен сығарған. Улар иҫерек хәлдә булған.
Мәләүез ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында балыҡ тотҡан кешеләр ирҙең кәүҙәһен таба. Өфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһындағы Аҡ Яр (Затон) пляжында шаһиттар һыуҙан батып барған 47 йәшлек ирҙе сығара. Беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң ул табиптар ҡарамағына тапшырыла.
Һәр ваҡиға буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Фото: МЧС.