Хәүефһеҙлек
15 Июль 2025, 13:30

Пенсионерҙар өсөн финанс ғилем буйынса проект  башланды

 "Одноклассники" һәм Рәсәй Банкы өлкән быуын ҡулланыусыларына финанс мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк.

Пенсионерҙар өсөн финанс ғилем буйынса проект  башландыПенсионерҙар өсөн финанс ғилем буйынса проект  башланды
Пенсионерҙар өсөн финанс ғилем буйынса проект  башланды

«Деньги под защитой»: пенсионерҙар өсөн финанс ғилем буйынса проект  башланды

 "Одноклассники" һәм Рәсәй Банкы өлкән быуын ҡулланыусыларына финанс мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк.  «Деньги под защитой»  түләүһеҙ курсы заманса финанс киңлегендә юғалып ҡалмаҫҡа, финанс технологияларын һөҙөмтәле ҡулланырға, һаҡлыҡ аҡсаларын мутлашыусыларҙан һаҡларға һәм, дөйөм алғанда, оло йәштәгеләр өсөн көнүҙәк булған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк.

Беренсе биш минутлыҡ ролик Рәсәй Банкы төркөмөндә 14 июлдә сыҡты. Киләһе материалдар өс аҙна эсендә сығасаҡ. Ҡулланыусылар бөтәһе туғыҙ видео дәресте ҡарай һәм, һәр лекцияның төп мәғлүмәте яҙылған карточкаларҙы өйрәнеп, белемдәрен нығыта ала.

Унда шәхси финанстар менән дөрөҫ идара итеү, банк һәм страховка продукттарын һайлау, пенсияны дөрөҫ бүлеү, карта менән түләгәндә хәүефте кәметеү һәм, ысын булған хәлдәрҙе миҫалға килтереп, мутлашыусыларҙан һаҡланыу саралары тураһында һөйләйәсәктәр.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас