

Үткән тәүлектә Башҡортостанда һигеҙ кеше телефон аша аҡса урлаусылар тоҙағына эләккән.
Өфөнән 29 йәшлек кеше аферистарға ике миллион һумға яҡын аҡса күсергән, шуның бер миллион һумдан ашыуын кредитҡа алған, ә 650 мең һумы үҙе йыйған аҡса булған. Алдаҡсылар уны, йәнәһе, енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу өсөн тип аңлатҡан.
Ошондай уҡ ғариза менән Өфөнән 63 йәшлек кеше лә мөрәжәғәт иткән – уны 1,3 миллон һум аҡсаһын “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә ризалатҡандар.
Енәйәтселәр тоҙағына 52 йәшлек ир ҙә эләккән. Аферистар уға һатыу-алыу килешеүенең ышаныслы булыуы тураһында әйткән һәм артабан ул билдәһеҙ кешеләргә 1,5 миллион һумын ебәргән.
“Хөрмәтле граждандар! Алдаҡсыларҙың торған һайын яңыраҡ схемалар ҡулланыуын онотмайыҡ. Уяу булығыҙ!” – ти Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте Анастасия Штерн.
Фото: социаль селтәрҙән.