Хәүефһеҙлек
16 Июля 2025, 13:45

Питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы тотҡандар

Был транспортты балаға атаһы һатып алған.

Питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы тотҡандарПитбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы тотҡандар
Питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы тотҡандар

Ғафури районында урамда питбайкта йөрөгән 8 йәшлек баланы  ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм уның "елле" транспортын штраф туҡталҡаһына алып китә. Баланың ата-әсәһенә 30 мең һум штраф янай. Шулай уҡ тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһына ла ебәрелгән.

Интернет селтәрендәге был видеояҙма күптәргә ҙур һорау тыуҙырҙы. Кемдер малайҙың ата-әсәһен яҡлай, икенселәре уларҙы тәнҡитләй. Бер уйлаһаң, һәр ата-әсә үҙ балаһына тик яҡшылыҡ теләй һәм уларҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндерергә теләп, питбайк, мотоциклдар алып бирә. Әммә күптәренең аҙағы фажиғәле тамамланып та ҡуя шул.

Сығанаҡ:"Честно говоря" Телеграм-каналы. 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас