Хәүефһеҙлек
17 Июль 2025, 08:00

Сабыйҙарҙың хәле нисек?

Береһенә  йәш ярым, икенсеһенә - дүрт йәш...

Сабыйҙарҙың хәле нисек?Сабыйҙарҙың хәле нисек?
Сабыйҙарҙың хәле нисек?

Яңыраҡ  кис көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөү осраҡтары теркәлде. Сабыйҙарҙы ҡаланың 1-се дауаханаһына илткәндәр.

 Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, йәш ярымлыҡ малай Дуҫлыҡ урамындағы йорттоң өсөнсө ҡатынан осоп төшкән. Табиптар уның хәлен уртаса ауырлыҡта тип иҫәпләй. Иртән баланы реанимациянан бүлексәгә күсергәндәр.

 Икенсе кескәй пациентҡа дүрт йәш, ул йорттоң дүртенсе ҡатынан осоп төшкән. Хәле ауыр, реанимацияла. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәшеүен дауам итә.

Йәйгеһен балаларҙың бәлә –ҡазаға тарыу  осраҡтары булып тора. Айырыуса тәҙрәнән ҡолап төшөү осаҡтары йышайҙы. Ата-әсәләрҙең  сабыйҙарына иғтибарлы булыуын, тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмауын һорайбыҙ.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас