+21 °С
Болотло


Бөгөн бәхетһеҙ осраҡ Әбйәлил районында теркәлгән. Өфө ҡалаһынан 35 йәшлек ир Яҡтыкүлгә ял итергә килгән һәм күлдә гидроциклда йөрөгәндә катер менән бәрелешеп, шунда уҡ йән биргән. Катерҙың моторисы зыян күрмәгән.
Әле фажиғә булған урында тикшереү башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Ял итергә килеп, үлемен осратыуы бигерәк тә аяныслы...
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ!
Сығанаҡ: "Абзелил"