

Юғалған ирҙе һыуҙа тапҡандар
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел...
Бөгөн Ҡалтасы районы Баяҙы ауылы янындағы Йүгерек Танып йылғаһында ир кәүҙәһен тапҡандар. Ул 12 июлдән юғалған тип иҫәпләнгән булған – был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында хәбәр иткәндәр.
Шулай уҡ Өфө янындағы Ҡариҙел йылғаһында 31 йәшлек ир һыуға батып үлгән. Уны ярҙан 10 метр алыҫлыҡта тапҡандар.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: йыһазландырылған, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыуға төшөгөҙ, алкоголле эсемлек ҡулланһағыҙ йылғаға бөтөнләй яҡын бармағыҙ, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралы.