+21 °С
Болотло


Шишмә районында 17 июлдә балыҡҡа барып юғалған 85 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Ейәнсәре әйткәнсә, олатаһы 17 июлдә иртән «Һаулыҡ» баҡса участкаһы янында урынлашҡан Дим йылғаһына балыҡ тоторға киткән.
Күлгә барып етеү өсөн йылға аша йөҙөп сығырға уйлаған, әммә өйөнә ҡайтмаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл һыуға батып үлгәндәр һаны кәмемәй. Һаҡ булайыҡ!
Фото: "Башинформ".