Хәүефһеҙлек
22 Июля 2025, 06:50

Районда - фажиғә...

Емерелектәр араһынан мәйет килеп сыға...

Районда - фажиғә...Районда - фажиғә...
Районда - фажиғә...

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында фажиғәле хәл теркәлгән.

Янғын сығыуы тураһында хәбәр ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә килеү менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк хеҙмәткәрҙәре утты һүндереү өсөн тиҙ арала ваҡиға урынына барып етә.

“Ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлағас, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емерелектәр араһында 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Янғын сығыу осрағын тикшереү һәм ошоға оҡшаш хәлдәрҙе иҫкәртеү юлдарын артабан анализлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы ваҡиға урынына барған.

Уттан һаҡ булығыҙ!

Фото: “Башинформ”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас