

Башҡортостанда 25 йәшлек Илсинә Юлуева ғәйеп булған. Йәш ҡыҙҙың юғалыуы тураһында “Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итә. Уның һуңғы тапҡыр 21 июлдә бәйләнешкә сығыуы билдәле. Ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр Сибай менән Баймаҡ районының Байыш ауылы араһында күргәндәр, ләкин ул өйөнә ҡайтып етмәгән.
Юғалған көндө Илсинә аҡһыл комбинезон һәм аҡ кроссовкалар кейгән. Билдәләре: буйы 154 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре асыҡ көрән, күҙҙәре ҡара-йәшел. Әгәр һеҙ юғалған ҡатындың яҙмышын беләһегеҙ икән, 112 йәки 8-800-700-54-52 номерҙары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.
Фото: "Лиза Алерт".