Хәүефһеҙлек
24 Июль 2025, 09:00

Кешеләр менән машина һыуға ҡолаған

Рулдәге ҡатын үлгән, ә пассажир...

Кешеләр менән машина һыуға ҡолағанКешеләр менән машина һыуға ҡолаған
Кешеләр менән машина һыуға ҡолаған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн “112” системаһына Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында Hyundai Santa Fe автомобиле ҡаялы ярҙан ҡолап төшөүө тураһында хәбәр килгән. Машина Йүрүҙән йылғаһында һыу аҫтына киткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға мәлендә машинала ир һәм ҡатын булған. Рулдә ҡатын кеше ултырған. Пассажир асыҡ тәҙрә аша сығып өлгөрә. 1983 йылда тыуған ҡатын сыға алмаған, ваҡиға шаһиттары уның кәүҙәһен сығарған.

Ваҡиғаның шарттары аныҡлана. Урында ашығыс медицина ярҙамы, полиция һәм ҡотҡарыусылар эшләй.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас