Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июль 2025, 13:30

Пассажирҙар менән самолет ҡолаған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 40-тан ашыу кеше һәләк булған...

Пассажирҙар менән самолет ҡолаған
Пассажирҙар менән самолет ҡолаған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Амур өлкәһендә, Тында аэропортынан бер нисә километр алыҫлыҡта, "Ангара" авиакомпанияһының АН-24 самолеты ҡапыл юғалып, бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Ул Хабаровск-Благовещенск-Тында маршруты буйынса осорға тейеш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бортта 40-тан ашыу кеше булған. Әлеге ваҡытта эҙләү эштәре өсөн урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары юлланған.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас