Хәүефһеҙлек
26 Июль 2025, 06:30

Бер юлы ике кеше янып үлгән...

Бәлә төндә килгән, һаҡ булығыҙ

Бер юлы ике кеше янып үлгән...Бер юлы ике кеше янып үлгән...
Бер юлы ике кеше янып үлгән...

Локомотив баҡсасылар ширҡәтендә 49 квадрат метр ҙурлыҡтағы йортта янғын сыға. Ут менән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре, ирекмәндәр көрәшә.

Янғынды һүндереү һәм һүтеү барышында ике кешенең кәүҙәләре табылған. Уларҙың шәхестәре асыҡлана.

Урында тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе, янғын лабораторияһы эксперттары эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ут менән һаҡ булырға, төҙөк булмаған электр, газ ҡорамалдарын ҡулланмаҫҡа, тәмәкене ятҡан ерҙә тартмаҫҡа, мейес, газ торбаларын тикшертеп торорға, балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмаҫҡа, янғын  сығыуҙы иҫкәрткес ҡоролма ҡуйырға кәңәш итә.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас