

Өфөнөң уртаһында ҡот осҡос һәләкәт...
Дуҫлыҡ монументы янында - яр буйында ҙур авария булған. Унда дүрт кеше зыян күргән. Был турала ҡала дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, кисә төнгө 2-ләрҙә “Шевроле Круз” (рулдә 24 йәшлек егет) боролған саҡта “Рено Клио”ға бәрелгән. Ике машинала ултырған дүрт кеше лә зыян күргән, барыһына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
“Рено Клио” автомобиленә 22 йәшлек ҡыҙ идара иткән, янында 21 йәшлек әхирәте ултырған. Машинала ныҡ ҡыҫылған ҡыҙҙарҙың икеһен дә ҡотҡарыусылар ярҙамында сығарғандар. Әле барыһы ла дауаханала.
Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә.