

Мөғжизәле Бөрйән ере, йәмле Ағиҙел йылғаһының хозурлығы йыл һайын туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Йылдан - йыл Ағиҙел буйлап йөҙөүҙә меңдәрсә кеше теләк белдерә. Ошо көндәрҙә Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан ял итергә килгән ете турист Ағиҙел буйлап йөҙгәндә төп төркөмдән артта ҡала һәм аҙаша. Турҙы ойоштороусылар уларҙы ваҡыт үтеү менән үҙҙәре таба. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Ял итһәгеҙ ҙә, сәфәргә сыҡһағыҙ ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, таныш булмаған, үҙегеҙ белмәгән урындарҙа яңғыҙ ҡалырға тырышмағыҙ, һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ"