Хәүефһеҙлек
29 Июль 2025, 07:50

Ҡарауылсыны тапатып киткән

Өлкән йәштәге ир шунда уҡ йән биргән. Әйтеүҙәренсә, сәбәбе...

Ҡарауылсыны тапатып киткәнҠарауылсыны тапатып киткән
Ҡарауылсыны тапатып киткән

Республикала “КамАЗ” водителе ҡарауылсыны тапатҡан.

Бәхетһеҙ осраҡ Ҡыйғы районының “БиоТехТуғыҙлы” предприятиеһында булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “КамАЗ” водителе кис келәт биләмәһенә ингән. Йыраҡ түгел торған 67 йәшлек ҡарауылсыны күрмәйенсә, тапатып үтеп киткән.

Ҡазаланған ир шунда уҡ йән биргән. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан һәм эш урындарында, ҡараңғы мәлдәрҙә һаҡ булырға саҡырҙылар. 

Фото: БашДТП.

Автор:
Читайте нас