

Балаҡатай районында ҡотҡарыусылар урманда юғалған 82 йәшлек өлкән кешене эҙләп тапҡан.
29 июлдә ашығыс хеҙмәттәргә Балаҡатай районының Шығай ауылында йәшәгән оло кешенең юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Әбейенең әйтеүенсә, 1943 йылғы ир көндөҙ урманға бәшмәк һәм мәтрүшкә йыйырға тип китә лә өйөнә ҡайтмай. Телефон шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оператив рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урында эҙләү эштәрен башлай.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ирҙе табалар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урманда уға үгеҙ һөжүм иткән. Ҡотҡарыусылар бәләгә тарыған иргә тәүге ярҙамды күрһәткән, ашығыс медицина ярҙамын саҡыра, тип хәбәр итә комитеттың матбуғат хеҙмәте.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.