Хәүефһеҙлек
30 Июль 2025, 05:30

Белорет юлында - ҡот осҡос фажиғә

45 йәшлек кеше шул урында йән биргән...

Белорет юлында - ҡот осҡос фажиғәБелорет юлында - ҡот осҡос фажиғә
Белорет юлында - ҡот осҡос фажиғә

Бөгөн төн уртаһында Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә булған.

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның 53-сө километрында “Лада Гранта” рулендәге 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән.

Водитель - Силәбе өлкәһенән. Велосипедсының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтар булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсә үк йән биргән.

Хөрмәтле водителдәр, юлда йөрөүселәр! Тейешле ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәгеҙ, үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлағыҙ. Төндә яҡтылыҡты сағылдыра торған кейемдә булығыҙ. 

Фотолар: Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.

Белорет юлында - ҡот осҡос фажиғә
Белорет юлында - ҡот осҡос фажиғә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас