Хәүефһеҙлек
30 Июль 2025, 18:25

Өфөлә ятаҡ емерелгән

Урында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Өфөлә ятаҡ емерелгәнӨфөлә ятаҡ емерелгән
Өфөлә ятаҡ емерелгән

Бөгөн Өфөлә ятаҡ бинаһы емерелгән

Коммунистик урамындағы 52 А һанлы кооператив техникумының биш ҡатлы ятаҡ бинаһының стенаһы емерелгән. Был мәлгә унда йәшәүселәр күсерелгән булған.

Емерелгән урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.

Бина 2024 йылдан эксплуатацияланмаған, уны емереү буйынса эштәр алып барылған, газ биреү һүндерелгән булған. Алдан фаразлауҙар буйынса, зыян күреүселәр, һәләк булыусылар юҡ. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас