

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Коммунистик урамындағы Башҡорт кооператив техникумының элекке ятағының стенаһы емерелеүенә аңлатма бирҙе.
"Әлеге ваҡытта кеше йәшәмәгән мәҙәни мираҫ объекты емерелде, - тине Ратмир Мәүлиев. - Һуңғы йылда бинала кеше юҡ, бында эшмәкәрлек алып барылмай. Хәҙер урында ҡаланың бөтә ашығыс хеҙмәттәре эшләй. Биләмәне ябыу, автомобилдәрҙе эвакуациялау һәм артабан тикшереү буйынса саралар күреләсәк. Оператив саралар үткәрелгәндән һуң, яҡын арала артабанғы пландар хаҡында хәбәр итербеҙ. Бер кем дә зыян күрмәгән, бинала бер кем дә, ҡарауылсы ла булмаған, бөтә ишектәр ҙә ябыҡ, тип әйтә алабыҙ. Өҫтәмә рәүештә эргәләге биналарҙы тикшереү алып барыла. Хәл контролдә тотола.