Хәүефһеҙлек
30 Июль 2025, 17:00

Һыуҙан сығарғанда тын да алмаған була...

Шул ваҡытта инде...

Һыуҙан сығарғанда тын да алмаған була...Һыуҙан сығарғанда тын да алмаған була...
Һыуҙан сығарғанда тын да алмаған була...

Балыҡсыны ҡотҡарған

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте хеҙмәткәре Руслан Исхаҡов  Ҡабаҡ ауылы янында балыҡ тотҡанда батып барыусыны күреп ҡалған. Ул шунда уҡ ярҙамға ташланған. Уның янына йөҙөп килеп еткәндә батыусы иҫенән яҙған була инде.

Руслан Исхаҡов ирҙе ярға сығарғас, уның тын да алмағанлығы асыҡлап, яһалма һулыш алдырыу күнекмәһе эшләгән. Унан инде “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, зыян күреүсене табиптарға тапшырған.  

Дәүләт хеҙмәткәренең был ҡылығы тураһында район башлығы Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙә яҙған: ” Руслан – ысын герой, мин уның менән ғорурланам! Уның тыйнаҡ ҡаһарманлығы барыбыҙға ла өлгө булып тора!”

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас