

Телефон аша алдашып аҡса урлаусылар Өфө ҡалаһы кешеләренең 2,5 миллион һумын үҙләштергән.
Баш ҡаланың Совет районында йәшәгән 23 йәшлек ир уғрыларға бер миллион һум аҡсаһын күсергән, тегеләр үҙҙәрен “Рәсәй Почтаһы”, Федераль именлек хеҙмәте һәм “Дәүләт хеҙмәте” белгестәре тип танытҡан, уны мәғлүмәттәре ситкә китеүе һәм аҡсаһын юғалтыуы менән ҡурҡытҡан икән.
Өфөләге 66 йәшлек ҡатынды аферистар: ”Аҡсағыҙҙы сит илдәге иҫәпкә күсерергә маташалар”, тип алдаған һәм был аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күндергән. Һөҙөмтәлә ҡатын 285 мең һумын иҫәбенән алған һәм банкомат аша бурҙарға күсергән.
Ҡаланың Дим районындағы пенсионерка аферистарға 1,265 миллион һум аҡсаһын биргән.
Фото: социаль селтәрҙән.