Хәүефһеҙлек
31 Июль 2025, 05:15

Аяғына балта менән сабып...

Айғыр ҡаяларында ҡурҡыныс хәл булды.

Аяғына балта менән сабып...Аяғына балта менән сабып...
Аяғына балта менән сабып...

Бәхетһеҙ осраҡ Белорет районында теркәлгән. Айғыр ҡаяларына ял итергә килгән турист яңылыш балта менән аяғын яралаған. Иптәштәре ҡанды туҡтата алмағас, ярҙам һорап ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән.

Тиҙ арала ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килеп еткән һәм туристҡа ярҙам күрһәткән.

Ял итергә барһағыҙ йәиһә тәбиғәткә сыҡһағыҙ ҙа, бер  ваҡытта ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ. Көтөп алған ялығыҙ фажиғәгә әйләнмәһен!

Фото: “Башинформ”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас