Хәүефһеҙлек
1 Август 2025, 16:45

Оператив штаб ултырышы үтте

Республика Хөкүмәте тарафынан Башҡортостанда 2030 йылға тиклем граждандар оборонаһы һаҡлағыс ҡоролмаларын әҙерлек һыҙығына килтереү планы эшләнгән. 

Оператив штаб ултырышы үттеОператив штаб ултырышы үтте
Оператив штаб ултырышы үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығында төбәк оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Унда граждандар оборонаһының һаҡлағыс ҡоролмаларының әҙерлеген тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.

– Хәҙерге ысынбарлыҡта бөтә һаҡлағыс ҡоролмаларҙың файҙаланырлыҡ хәлдә булырға тейешлеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Был мәсьәләгә беҙҙең Юғары Баш командующий иғтибар йүнәлтте, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бының өсөн яуаплы кешеләрҙең ярашлы саралар ҡабул итергә ваҡыт запасы етерлек булды, тип иҫәпләйем. Һыҙыҡ өҫтөнә алам, был эш предприятие, муниципалитеттар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр органдары етәкселәре һәм тәртип һаҡлау көстәре менән урындарҙа бергәләп эшләүҙе талап итә.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуына ярашлы, республика Хөкүмәте тарафынан Башҡортостанда 2030 йылға тиклем граждандар оборонаһы һаҡлағыс ҡоролмаларын әҙерлек һыҙығына килтереү планы эшләнгән. Ултырышта ҡатнашыусылар саралар үтәлеше барышы тураһында фекер алышты.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Оператив штаб ултырышы үтте
Оператив штаб ултырышы үтте
Оператив штаб ултырышы үтте
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас