Хәүефһеҙлек
2 Август 2025, 15:40

Торатау башына менеп етеп үлгән...

Иргә 50 йәш булған. Асыҡланыуынса...

Торатау башына менеп етеп үлгән...Торатау башына менеп етеп үлгән...
Торатау башына менеп етеп үлгән...

Бөгөн Ишембай районында урынлашҡан Торатауҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән – унда ир кеше вафат булған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Сигнал 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә килә. Асыҡланыуынса, 50 йәшлек ирҙең йөрәге менән проблема булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс хеҙмәттәрҙең оператив килеүенә ҡарамаҫтан, ирҙе ҡотҡара алмағандар. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Тауға менер, тәбиғәттә ял итер алдынан үҙегеҙҙең һаулыҡ торошон аныҡ баһалағыҙ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас