Хәүефһеҙлек
2 Август 2025, 04:40

Йөк машинаһынан иҙелгән...

Бөгөн төндә юл төҙөлөшө барған урында ҡот осҡос фажиғә булды.

Йөк машинаһынан иҙелгән...Йөк машинаһынан иҙелгән...
Йөк машинаһынан иҙелгән...

Бөгөн төндә Туймазы районында, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы трассаһының 21-се километрында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

“ВАЗ-2114” рулендәге 34 йәшлек Әлшәй районы кешеһе “Скания”ның артына барып бәрелгән. Йөк машинаһы юл эштәре барған урында туҡтап торған, сөнки светофорҙың тыйыу сигналы янған булған.

Ныҡ бәрелеү эҙемтәһендә, еңел автомобиль водителе шунда уҡ йән биргән.

Фажиғә урынына Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы идаралығының юл күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Ваҡиғаның сәбәптәре, юл төҙөлөшө урынында тейешле ҡағиҙәләр һаҡланғанмы-юҡмы икәне тикшерелә.

Юлда барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, айырыуса ҡараңғы мәлдә һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡырабыҙ.

Фото: дәүләт автоинспекцияһы идаралығы видеояҙмаһынан скриншот.

Йөк машинаһынан иҙелгән...
Йөк машинаһынан иҙелгән...
Автор:
Читайте нас