+21 °С
Болотло


Йәштәр компанияһы ял көнөн Бөрө районының Баженов ауылы янындағы Бөрө (Бирь) йылғаһы янында үткәрә. Йылғала йөҙгән саҡта ял итеүселәрҙең береһе бата башлай. Дуҫын ҡотҡарырға 19 йәшлек егет ярҙамға ашыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе һыуҙан сыға алмай һәм бата.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: эҫе көндәрҙә һыу ингәндә һаҡ булығыҙ! Спиртлы эсемлектәр ҡулланғас, һыуға төшмәгеҙ. Һыу инергә рөхсәт булған урынды һайлағыҙ!
Фото: телеграм